+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2022, 11:00

Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылған

Өфөләге 7-се балалар  стоматология  поликлиникаһында республикалағы беренсе булып асылған һанлы стоматология кабинеты эш башлаған. #национальныепроекты#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылған
Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылған

Өфөләге 7-се балалар  стоматология  поликлиникаһында республикалағы беренсе булып асылған һанлы стоматология кабинеты эш башлаған. Бында стоматология яҙмалары һәм контроль-диагностика моделдәрен һанлаштырыу үткәрелә, виртуаль планлаштырыу һәм  ортопедик конструкцияларҙы ЗD- мисәтләү башҡарыла.

 – Был  мөһим эш – һанлы стоматология технологияларын индереү– республика стоматологияһының дәүләт секторында тәүге аҙым.  Технология теш протездарын юғары сифатлы әҙерләү, теш техникаһы лабораторияһына мәғлүмәттәрҙе йәһәтерәк тапшырыу һәм теш протездары әҙерләү срогын ҡыҫҡартыу  өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ персонал  һаны ла кәмейәсәк, был дефицитлы кадрҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ, – ти стоматология поликлиникаһының баш табибы Руслан Ғәлиев.

Поликлиникала меңдән ашыу клиник-диагностик гипс теш моделдәрен электрон рәүештә һаҡлауға күсереү башланған. Һанлы технологиялар менән эш итергә белгән кадрҙар әҙерләү көн ҡаҙағында торған бурыстарҙың береһе булып ҡала.

#национальныепроекты#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: