+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Декабрь 2022, 09:20

Медицина ярҙамы күрһәтеүҙә мөмкинлектәр киңәйә

Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ун меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Медицина ярҙамы күрһәтеүҙә мөмкинлектәр киңәйә
Медицина ярҙамы күрһәтеүҙә мөмкинлектәр киңәйә

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңауыл үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында бер юлы ике кабинет эш башланы. Флюорография кабинетынан тыш районда тәү тапҡыр маммография кабинеты асылды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, бинала ремонт та үткәрелде. Май айынан башлап яҡты бүлмәләрҙә пациенттарҙы теркәүсе Резеда Вәлиәхмәтова, табип-рентгенолог Оксана Петраева, рентген-лаборанттар Ирина Минәжева, Лейсян Боева, Милана Фәйзуллина ҡабул итә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ун меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән.

Һанлы маммограф яман шеште иртә асыҡлау һәм аныҡ диагноз ҡуйыу өсөн юғары сифатлы рентген һүрәте менән тәьмин итә. Флюорограф һанлы технологиялар ярҙамында,  аҙ ғына нурланыш менән яҡшы сифатлы һүрәттәр бирергә һәм скрининг тикшеренеүҙәр үткәрергә  һәләтле. “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә дауахана мөмкинлектәрен киңәйтә. Яңы ҡорамал тәү сиратта фтизиатрия һәм онкология сирҙәрен асыҡларға ярҙам итәсәк”, – тине дауахананың баш табибы Тимур Мадьяров.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-29/yaman-sheshte-m-tuberkulezdy-asy-layasa-tar-3049820 

Автор:
Читайте нас: