+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2022, 09:40

Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә

Табип йүнәлтмәһе буйынса һәм диспансерлаштырыу үткәндә тикшереү бушлай күрһәтеләсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә
Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы рентгенография һәм маммография өсөн заманса ҡорамалдар алды. Элек дауаханала рентген аппараты булһа ла, уның күптән иҫкереүе, эаман талаптарыны яуап бирмәүе билдәле ине. Ә маммограф бөтөнләй булманы, ҡатын-ҡыҙ тикшереү үтеү өсөн Күмертау ҡалаһына йөрөнө. Хәҙер был ҡиммәтле яңы аппараттар район дауаханаһы поликлиникаһына урынлаштырылған. 23 миллион һумлыҡ ҡорамалдар оҙаҡламай пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы В.Ваһапова әйтеүенсә, ҡырҡ йәштән өлкәнерәк пациенттарҙы маммограф ярҙамында тикшереү күкрәк яман шешенән үлем осраҡтарын кәметәсәк. Табиптың йүнәлтмәһе буйынса һәм диспансерлаштырыу үткәндә был тикшереү бушлай күрһәтеләсәк.

Быйыл дауахана коллективы ла йәш белгестәр менән тулыланды. Кадрҙарҙың артыуы һәм ҡорамалдарҙың яңырыуы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатында  сағылыш табасаҡ.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-12-09/auylda-meditsina-yar-amy-sifaty-ya-shyra-3064665 

Автор:
Читайте нас: