+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Декабрь 2022, 10:01

Министрға – миҙал!

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Ҡырым Лукаһы миҙалы менән наградланды. Был хаҡтағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

#ВладимирПутин

Быға тиклем ил етәксеһе Башҡортостандан 41 табипты II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы һәм Ҡырым Лукаһы миҙалы менән наградлағайны.

Был дәүләт наградаһы менән медицина ярҙамын ойоштороуға, граждандарҙың сәләмәтлеген нығытыуға, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, кадрҙар әҙерләүгә, ҡатмарлы шарттарҙа ҡаһарманлыҡ, профессионализм өлгөһө күрһәтеүгә лайыҡлы өлөш индергән медицина хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә. Награда 2020 йылдың 19 июнендә Рәсәй Президенты указы менән булдырылды.

Фото: bashinform.ru

https://bashgazet.ru

Читайте нас: