+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Декабрь 2022, 09:23

Быйыл 55 ФАП асылды

Ағымдағы йылда Башҡортостанда һигеҙ капиталь һәм 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Быйыл 55 ФАП асылды
Быйыл 55 ФАП асылды

Тәүҙә 44 модулле пункт һатып алыу планлаштырыла, әммә сараларҙы экономиялау иҫәбенә тағыла  11-ҙе алыу мөмкинлеге килеп сыға. Әлеге мәлдә уларҙың бер өлөшө лицензия алған да инде, ә ҡайһы берҙәре документтарын рәсмиләштереү өҫтөндә.

Яңы сафҡа индерелгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары  заманса, уңайлы, пациенттарға тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн йыһазландырылған. Ҡатмарлы осраҡтар булғанда юғарыраҡ кимәлдәге дауалау учреждениелары менән дистанцион консультациялар алыу мөмкинлеге бар. Яңы ФАПтар бөтә тейешле мебель менән йыһазландырылған, бина һыу, канализация һәм электр йылытыуы менән тәьмин ителгән.

Бындай  фельдшер-акушерлыҡ пункттары бер нисә йыл «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы буйынса асылып килә. Ошо уҡ программа буйынса төбәктә поликлиникалар төҙөлә. Был программаны тормошҡа ашырыуға средстволар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: