-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Ғинуар 2023, 17:46

Башҡортостанда модулле конструкцияларҙан 351 медицина объекты төҙөлә

Башҡортостан халҡына яңы медицина учреждениелары төҙөү, тармаҡты заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү һөҙөмтәһендә медицина ярҙамы сифатлыраҡ була бара. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда модулле конструкцияларҙан 351 медицина объекты төҙөлә
Башҡортостанда модулле конструкцияларҙан 351 медицина объекты төҙөлә

2023-2025 йылдарҙа модулле конструкцияларҙан 286 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 21 дөйөм практика табибы офисы, 41 ауыл табип амбулаторияһы һәм 3 участка дауаханаһы бинаһы (бөтәһе 351 медицина объекты) төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, ошо осорҙа 11 медицина учреждениеһын төҙөү һәм реконструкциялау ҡаралған. Улар араһында - Мәсәғүт ауылында көндөҙгө стационар менән сменаһына 200 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһын төҙөү, Баймаҡта поликлиника төҙөү, Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән 63 койкалыҡ (2-се сират) дауахананың стационар корпусын һалыу һәм башҡалар төҙөү ҡаралған. 17 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәреләсәк.

      2022 йылда республикала 10 һаулыҡ һаҡлау объекты, атап әйткәндә Саҡмағошта һәм Бөрөлә поликлиникалар, 8 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Иҫке Туймазы (Туймазы районы) һәм Дөмәй (Илеш районы) ауылдарында табип амбулаторияларын төҙөү тамамланған. 55 авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты модулле конструкцияларға алмаштырылған, 18 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән. Бынан тыш былтыр «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы сиктәрендә республиканың медицина учреждениелары 2990 берәмек ҡорамал һәм 90 берәмек автомобиль транспорты алған. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төбәк программалары сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау өсөн 43 берәмек медицина ҡорамалы, онкология ауырыуҙарын дауалау өсөн 68 берәмек ҡорамал (шул иҫәптән республика онкология диспансеры өсөн һыҙыҡлы тиҙләткес һәм мультиспираль компьютер томографы), «Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цифрлы контур булдырыу» программаһы сиктәрендә мәғлүмәт-коммуникация ҡорамалы һәм программа тәьминәте һатып алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: