+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ғинуар 2023, 14:50

Һәр кем өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған

Саҡмағош районында заманса поликлиника асылды. Дауалау учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Уны һалыуға 400 миллион һум аҡса бүленде.

Һәр кем өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған
Һәр кем өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Саҡмағоштар яңы шарттарҙы нисек баһалаған? Бында бөтә ҡорамалдар ҙа яңы, медицина учреждениеһы ике йыл эсендә төҙөлдө, ә һөҙөмтә көтөлгәндән күпкә яҡшыраҡ булды, тип иҫәпләй ауылдаштар ҙа, табиптар ҙа. Ысынлап та, хәҙер бында бик иркен. Бер сменала 250 пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Яңы поликлиниала өлкәндәр менән бергә балаларҙы ла хеҙмәтләндерәсәктәр. Ауырыуҙар һәм диспансерлаштырыу үткәндәрҙең юлы киҫешмәһен өсөн пациенттар ағымын регистратурала уҡ бүләсәктәр. Һәр кемдең үҙ маршруты булдырыла. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Табип кабинеттары, операция блогы, клиник-диагностик лаборатория тейешле алдынғы  техника менән тәьмин ителгән. Яңы медицина учреждениеһында эндоскопия бүлексәһе, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй.

Хәҙер тар белгестәргә күренеү өсөн саҡмағоштарға баш ҡалаға юл тоторға тура килмәйәсәк. Поликлиниканың үҙ онкологы, эндокринологы һәм неврологтары бар. Йәш белгестәр ҙә эш урындары менән тәьмин ителде.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: