-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ғинуар 2023, 15:45

Дауаханалар заманса ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылды

Яңы ҡорамал элеккеһенән күпкә хәүефһеҙерәк, заманса сканлау технологияларына эйә.

Дауаханалар заманса ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылды
Дауаханалар заманса ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылды

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанға йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәшкә 2023 йыл аҙағына тиклем, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, тағы ла 653 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ошо ҙур күләмле проектҡа ярашлы республиканың байтаҡ дауаханалары заманса ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Уларҙың араһында Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы ла бар.

Яңы ҡорамал элеккеһенән күпкә хәүефһеҙерәк, заманса сканлау технологияларына эйә. Өҫтәүенә нур көсөргәнеше аҙыраҡ, ти табиптар. Билдәле булыуынса, ҡан әйләнеше сирҙәре йыш ҡына үлемгә килтерә, 2018 йылда республикала вафат булыу сәбәптәренең яртыһы тиерлек ошо сирҙәргә тура килде. Ә 2021 йылда – үлем сәбәптәренең өстән бер өлөшө.  

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-18/y-r-k-i-tibar-talap-it-3110642 

Автор:
Читайте нас: