-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ғинуар 2023, 09:15

Клиник осраҡты тикшерҙеләр

Табип-ревматолог Лиана Васильевна Кирәева табиптар өсөн "Остеоартриттан яфаланған пациенттың клиник осрағы" тигән темаға семинар үткәрҙе.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы клиник терапия дауаханаһының поликлиника бүлегендә табип-ревматолог Лиана Васильевна Кирәева табиптар өсөн "Остеоартриттан яфаланған пациенттың клиник осрағы" тигән темаға семинар үткәрҙе. Унда диагностика һәм терапияның мөһим үҙенсәлектәре тикшерелде.

Остеоартрит - хроник ауырыу, ул һеңерҙәрҙең һәм уның тирә-яҡтағы туҡымаларҙың зарарланыуына килтерә. Сир ауыртыныуҙарға дусар итә, ағзаларҙың функцияһы боҙола. Йәш артҡан һайын һеңер туҡымаһы һәм уны уратып алған туҡымалар зарарланыу һөҙөмтәһендә артрит сире үҫешеүе ихтимал.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең республикала был эштәргә ҙур иғтибар бирелә. Шул иҫәптән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса ла. Милли проект эшкә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереүҙе һ.б. күҙ уңында тота.

Фото: бсмп-уфа.рф

Читайте нас: