+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Ғинуар 2023, 11:10

Донорҙарға – 5000 һум!

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу тапҡыр бушлай ҡан биргән донорҙар йыл һайын биш мең һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Донорҙарға – 5000 һум!
Донорҙарға – 5000 һум!

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу тапҡыр бушлай ҡан биргән донорҙар йыл һайын биш мең һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ. Был хаҡтағы закон республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар кәңәшмәһендә ҡабул ителде.

Бөгөн республикала ҡан “банк”ын даими, бушлай тултырып барған 160-тан ашыу кеше бар. Әйткәндәй, Башҡортостанда “Рәсәйҙең маҡтаулы доноры” тигән исемде йөрөткән 11 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Алдан күҙалланыуынса, бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр өсөн республика бюджетынан сығым 815 мең һум тәшкил итәсәк. Был “Һаулыҡ” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Ҡан доноры булыу – бик мөһим һәм күптәр атҡара алырлыҡ мәрхәмәтлелек төрө. Һәр процедураның кемдеңдер, хатта бер нисә кешенең ғүмерен ҡотҡарыуы ихтимал. Донорлыҡ һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ. Бынан тыш, ҡанды даими тапшырыуҙың организмдың тиҙерәк тергеҙелеүенә, ғөмүмән, кешенең дөйөм хәленә ыңғай йоғонто яһауы раҫланған.

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: