Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраля 2023, 08:40

Күршеләргә белем камиллаштырырға

Республиканың төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренән һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләренән бер төркөм белгестәр Ҡазан дәүләт медицина университетына белемен камиллаштырыуға йүнәлгән.  

Күршеләргә белем камиллаштырырғаКүршеләргә белем камиллаштырырға
Күршеләргә белем камиллаштырырға

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Волга буйы федераль округының баш штаттан тыш ангионеврологы Д. Р. Хәсәнова етәкселегендәге неврология һәм нейрохирургия кафедраһында Башҡортостан табиптары "Инсульт менән ауырығандарҙы киҫкен осорҙа дауалау процесының заманса протоколдары" курсында квалификацияһын күтәрәсәк. Баш ҡаланың "Ашығыс медицина" ярҙамы клиник дауаханаһынан өс белгес ҡатнаша.

Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа  йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. В. Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кимәлен кәметеү; дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто, физик әүҙемлекте пропагандалау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре хаҡында белем таратыу – быларҙың барыһы ла инсульт һәм инфаркттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Фото: www.бсмп-уфа.рф

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-02/belemde-kamillashtyralar-3126619 

Автор:
Читайте нас