Һаулыҡ һаҡлау
15 Февраля 2023, 11:30

Районға медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә

 Республикала “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” федераль һәм “Ауыл фельдшеры” төбәк программаларын тормошҡа ашырыу дауам итә. Программа сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә,  үҙәк район дауаханаһы менән биш йылға хеҙмәт килешеүе төҙөгән осраҡта, 500 мең һумдан башлап (фельдшерҙарға) 1 миллион һумға тиклем (табиптарға) бер тапҡыр аҡсалата түләм бирелә.

Районға медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителәРайонға медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә
Районға медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә

Үҙәк район дауаханаһынан белдереүҙәренсә, хәҙерге ваҡытта Урал участка дауаханаһына, Йәнгел табип амбулаторияһына һәм үҙәк дауахана поликлиникаһына педиатрҙар талап ителә. Үҙәк дауахана буйынса бынан тыш, терапевт, невролог, хирург (поликлиникаға һәм стационарға), балалар хирургы, инфекционист, офтальмолог, фтизиатр вазифаларына буш вакансиялар бар. Ташбулат табип амбулаторияһына стоматолог һәм ваҡытлыса декрет урынына терапевт кәрәк.

Урта медицина персоналы буйынса Нияҙғол, Мәйгәште, Ҡаҙмаш, Аһылай, Дәүләт, Атауҙы ФАП-тарына (һуңғыһында декрет урынына) фельдшерҙар, Ташбулат табип амбулаторияһына һәм Тупаҡ ФАП-на акушерҙар һәм стационар дауалау учреждениеларына төрлө профилле шәфҡәт туташтары талап ителә.

Медицина уҡыу йорттарын тамамлаусы йәш белгестәрҙе дәүләт тарафынан ярҙамы бирелгән саҡта тыуған яҡҡа эшкә ҡайтығыҙ, һеҙ районға кәрәкһегеҙ тип саҡырғы килә.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас