+15 °С
Ясна


«Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу» программаһы буйынса Асҡар үҙәк район дауаханаһына компьютер томографы киләсәк. Әлеге ваҡытта КТ кабинетын проектлау буйынса эштәр алып барыла.
"Беҙҙең районда был тәүге компьютер томографы буласаҡ. Район дауаханаһының матди-техник базаһын тулыландырыу эшен дауам итәбеҙ," - тип һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты баш табиб Илгиз Килдейәров.