Һаулыҡ һаҡлау
17 Февраля 2023, 05:25

"Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыласаҡ

Был хаҡта ил етәксеһе Владимир Путин белдерҙе.  #ВладимирПутин 

"Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыласаҡ"Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыласаҡ
"Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыласаҡ

Ил президенты ҡарары менән беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы һәм ашығыс ярҙам табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең ағымдағы йылдан эш хаҡына өҫтәмә түләнә, -тине Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров ашығыс медицина ярҙамы мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә.

 «Республика Башлығы менән осрашыуҙа Владимир Путин ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен үҫтереү буйынса йөкләмәләр бирҙе. Беҙ ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен камиллаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ, һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәрен үҙәкләштереү тамамланды: ул медицина округтары базаһындағы туғыҙ муниципаль-ара бүлексәнән тора. Әлбиттә, тиҙ ярҙам водителдәренә лә көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура килә. Уларға эш хаҡын арттырырға, социаль ярҙам сараһы булараҡ өҫтәмә индерергә тәҡдим ителде", -тип белдерҙе А. Назаров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас