+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Март 2023, 09:45

Сибай бала табыу бүлеге яңыртылды

Сибай бала табыу йорто капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Хәҙер бында пациенттарға бөтә уңайлыҡтар бар. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сибай бала табыу бүлеге яңыртылды
Сибай бала табыу бүлеге яңыртылды

1953 йылда асылған Сибай бала табыу йорто капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.

 18 урынға иҫәпләнгән Сибай бала табыу бүлегендә ремонт барышында иҙән, ишектәр һәм тәҙрәләр, коммуникациялар алмаштырылған, шулай уҡ түшәм һәм стеналар яңыртылған. Бынан тыш, палаталар ҡайтанан планлаштырылған. Душ бүлмәһе яңынан йыһазландырылған, палаталарҙа санузелдар эшләнгән. Шулай уҡ бүлектә күкрәк һөтөн йыйыу һәм пастеризациялау, һөт ҡатнашмалары әҙерләү бүлмәһе асылған.

Күләмле эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” программаһына ярашлы башҡарылған.

Сығанаҡ:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: