+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Март 2023, 15:08

Иғтибар: талпан!

Роспотребнадзор Башҡортостандың талпан энцефалиты буйынса эндемик райондары исемлеген баҫтырып сығарҙы. 

Иғтибар: талпан!
Иғтибар: талпан!

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, исемлеккә 68 административ биләмәнең 42-һе ингән: Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары.

Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәүефле сирҙән һаҡланыуҙың һөҙөмтәле сараһы булып прививкалар тора. Уларҙы мотлаҡ рәүештә тәбиғәт усаҡтарында даими эшләгән кешеләргә (геологтарға, топографтарға, урмансыларға һ.б.), шулай уҡ тәбиғи инфекция йәшәгән һәм яҙғы-йәйге осорҙа эндемик территорияларға килгән халыҡҡа үткәрәләр. Республиканың башҡа халҡы вакцинаны үҙ теләге менән ала ала. Прививканы йыл дауамында, шул иҫәптән эпидемия миҙгелендә лә, әммә инфекция сығанағына  ике аҙнанан да һуңға ҡалмайынса алырға кәрәк.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: