+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Март 2023, 15:17

Теш кабинеттары булған мәктәптәр артасаҡ

2022 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә 12 теш кабинеты асылған, быйыл иһә уларҙың һаны тағыла 30-ға артасаҡ. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Теш кабинеттары булған мәктәптәр артасаҡ
Теш кабинеттары булған мәктәптәр артасаҡ

Әлеге көндә республикала бөтәһе 214 мәктәптә лицензиялы теш кабинеттары эшләй, шуларҙың 80-е «Сәләмәт йылмайыу» мәғариф проекты ярҙамында асылған. Ағымдағы йылда республика бюджетынан ошо маҡсатҡа йәнә 36,1 миллион һум самаһы аҡса бүленәсәк.

     Быға тиклем, Башҡортостан теш кабинеттары булған мәктәптәрҙең һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы позицияны биләй, ә ауыл мәктәптәрендә теш кабинеттары айырыуса актуаль, тип билдәләгәйне  төбәктең Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Киләсәктә белем усаҡтарында урынлашҡан теш кабинеттары уҡыусыларҙан тыш, уҡытыусыларҙы ла ҡабул итә башлаясаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: