+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Апрель 2023, 09:25

Бурыстары арта

 Фельдшер-акушерлыҡ пункттары "больничный”ҙарҙы асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә  эйә буласаҡ. #регпроекты#нацпроект#национальныепроектыБашкортостан

Бурыстары арта
Бурыстары арта

#регпроекты#нацпроект#национальныепроектыБашкортостан

 Фельдшер-акушерлыҡ пункттары "больничный”ҙарҙы асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә  эйә буласаҡ.

2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандың бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын (“больничный”ҙарҙы) асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә  эйә буласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткән йылға эш отчеты менән сығыш яһағанда белдерҙе.

Һуңғы өс йылда ғына республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Улар 150 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. 2022 йылда тиҙ төҙөлөүсе модулле 55 фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған, 32 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән. ФАПтар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу проектына ярашлы төҙөлә.

Автор:
Читайте нас: