+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Апрель 2023, 09:06

Больничныйҙы ФАП-та астырырға мөмкин

  Фельдшер-акушерлыҡ пункттары больничныйҙар асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү хоҡуғына эйә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Больничныйҙы ФАП-та астырырға мөмкин
Больничныйҙы ФАП-та астырырға мөмкин

2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандың бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын (“больничный”ҙарҙы) асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә  эйә буласаҡ. Шулай булғас, ныҡ сирләп китһәгеҙ, район дауаханаһына бармайынса, урындағы фельдшерға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Тупаҡ, Шәрип һәм Яңы Балапан ауылдарында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелде, уларҙа медиктар өсөн дә, ҡабул итеүгә килгән халыҡ өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Ауылдарҙы яңы ФАП-тар асыу, булғандарына капиталь ремонт үткәреү эше артабан да дауам ителәсәк.
Был эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу проектына ярашлы төҙөлә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: