+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Апрель 2023, 19:40

Файҙаланыуҙа бик ябай һәм ҡулайлы

Аппараттың заманса программалар менән тәьмин ителеүе тикшереү һөҙөмтәләрен теүәл анализлай, файҙаланыуҙа бик ябай һәм ҡулайлы. #нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Файҙаланыуҙа бик ябай һәм ҡулайлы
Файҙаланыуҙа бик ябай һәм ҡулайлы

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бүздәк үҙәк район дауаханаһына  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы өр-яңы ике ультратауыш аппараты алынды. “УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностика системаларының ҡулланыу даирәһе киң. Улар абдоминаль, ҡан тамырҙары тикшереүҙәрен үткәреүҙә, кардиология, педиатрия, неонатология һәм акушер-гинекология өлкәләрендә файҙаланыла.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән  пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-04-22/ya-y-oramaldy-t-nl-kt-re-k-p-3230312 

Автор:
Читайте нас: