+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Май 2023, 11:55

Хирургтарға ҙур ярҙам

 Ҡорамал юғары йышлыҡлы электр тогы ярҙамында эшләй, процедура пациент өсөн ауыртыу тыуҙырмай.

Хирургтарға ҙур ярҙам
Хирургтарға ҙур ярҙам

Кушнаренко үҙәк  район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы электрохирургия аппараты алынды. “Элепс” ҡорамалын ҡан китеүҙе туҡтатыу, тәндәге туҡымаларҙы һәм шештәрҙе ҡырҡып ташлау өсөн файҙаланалар.

Ул юғары йышлыҡлы электр тогы ярҙамында эшләй, процедура пациент өсөн ауыртыу тыуҙырмай. Был нервы остарын стимуллаштырыу иҫәбенә башҡарыла, туҡымалар был осраҡта зарарланмай. Яңы аппарат ярҙамында яралар тиҙерәк төҙәлә (аҙна дауамында).”Элепс” хирургияла һәм гинекологияла ҡулланыла.

–Яңы ҡорамалды файҙаланыу һөҙөмтәһендә операциянан һуң пациенттарҙың һаулығын  тергеҙеү осоро ҡыҫҡара, быға радиотулҡындың антисептик йоғонтоһо  һәм туҡымаларҙы яралау  тәьҫирен кәметеү сәбәпсе, – ти Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-12/hirurgtar-a-ur-yar-am-3255114 

Автор:
Читайте нас: