+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Май 2023, 08:35

Заман талаптарына ярашлы

Яңы күп функциялы сканер - заман талаптарына ярашлы, юғары тәьҫирле, ышаныслы ультратауыш приборы...

Заман талаптарына ярашлы
Заман талаптарына ярашлы

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Балтас үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы,яңы “РуСкан 60” ультратауыш сканеры алынды.

Яңы күп функциялы сканер заман талаптарына ярашлы, юғары тәьҫирле, ышаныслы ультратауыш приборы. Ул тиҙ диагностика яһауға һәләтле, һүрәттәр сифаты яҡшы. Сканлау мөмкинлектәре киң, һүрәттәрҙе эшкәртеү технологиялары юғары кимәлдә.  Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың медицина учреждениеларына 32 дана ультратауыш аппараты алынасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: