Һаулыҡ һаҡлау
14 Июня 2023, 13:10

Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте

Хәҙер уға хроник сирле балаларҙы дауалау препараттары ла индерелә. Исемлектә бөтәһе 800-ҙән ашыу медикамент.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйттеРәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте
Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте

Яңыртылған исемлеккә дүрт медикамент өсөн өҫтәмә дарыу формалары: сапроптерин (фенилкетонурияны дауалау өсөн), глекапревир+пибрентасвир (хроник С гепатиты менән сирле балалар өсөн вирусҡа ҡаршы терапия), пирфенидон (иммунодепрессант) һәм просидол (ауыртыуҙы баҫыусы) индерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң кәрәкле һәм мөһим препараттар исемлегенә ингән медикаменттарға хаҡты дәүләт көйләй. Пациенттар уларҙы медицина ярҙамы күрһәтеү сиктәрендә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас