Һаулыҡ һаҡлау
15 Июнь 2023, 06:52

Өфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы яңыртыла

      «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Өфөлә беренсел медицина-санитар ярҙамы звеноһының торошон тикшергән.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы яңыртылаӨфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы яңыртыла
Өфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы яңыртыла

      Республика башлығы, ҡалалағы дауалау учреждениеларының торошо  халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтергә мөмкинлек бирмәй, тип билдәләгән.

- Беҙ беренсел звенолағы медицина ойошмаларының ниндәй биналарҙа урынлашыуын, уларҙың нисек йыһазландырылыуын тикшерҙек. Был хәлде үҙгәртергә кәрәк, тигән һығымтаға килдек, - тине Башҡортостан етәксеһе.

- Был тиҙ процесс түгел, ләкин, Өфө өсөн профилле программа ҡабул итһәк, әкренләп ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңырта аласаҡбыҙ.

   Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 15 авгусҡа тиклем беренсел звеноны этаплап яңыртыу планын әҙерләйәсәк. Киләһе йыл был маҡсатҡа 500 миллион һум йүнәлтеләсәк, һуңынан ярҙамды йыл һайын миллиард һумға тиклем арттырыу планлаштырыла. Программаға ярашлы, поликлиникаларҙа капиталь ремонт үткәреү,  яңы учреждениелар төҙөү, ҡорамалдар һатып алыу һәм автопаркты яңыртыу планлаштырыла.  Әйтәйек, Өфөнөң Дим районында яңы поликлиника төҙөләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас