

Төбәктә 100-ҙән ашыу ҡан йәки уның компоненттарын тапшырған республика кешеһе “Минең документтарым” Күп функциялы үҙәгенең һәр офисында биш мең һум күләмендәге түләүҙе рәсмиләштерә ала.
Максим Гаврилов республикала беренсе булып, Өфөнөң М. Ғөбәйҙуллин урамындағы 6-сы йортта урынлашҡан Күп функциялы үҙәк офисына донорҙар өсөн бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләүҙе алыу өсөн мөрәжәғәт иткән. Максим Владимирович 2007 йылдан алып 138 тапҡыр бушлай ҡан тапшырған. Хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн шәхесте раҫлаусы документ, ҡан хеҙмәте ойошмаһынан белешмә һәм банк реквизиттары кәрәк. Аҡса банк картаһы иҫәбенә йәки почта аша ун көн эсендә күсерелә.
Аҡсаны биреү тәртибе талаптарына ярашлы, донор 2023 йылдың 13 февраленән һуң 101-се тапҡыр ҡан тапшырырға тейеш. Республикала ошондай 154 донор бар.