Һаулыҡ һаҡлау
24 Июнь 2023, 03:55

Дауаханаға яңы ҡорамал

Модулле монитор пациенттың хәл-торошон күҙәтә, тупланған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм дауалау процесын үҙгәртеү өсөн тәғәйенләнгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дауаханаға яңы ҡорамалДауаханаға яңы ҡорамал
Дауаханаға яңы ҡорамал

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына яңы ҡорамал – пациенттарҙың физиологик күрһәткестәренең мониторинг системаһы алынды.  Физиологик күрһәткестәр мониторингы системаһы йөрәктең биоэлектрик потенциалдарын, тын алыу йышлығын, тән температураһын, сатурацияны, пульс йышлығын үлсәү һәм монитор экранында электрокардиограмманы, пациенттың хәл-торошон күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Хәл-торошто үлсәү параметрҙары билдәләнгән сиктәрҙе үткәндә, ҡорамал хәүефле хәбәр ебәрә.

– Был универсаль модулле монитор пациенттың хәлен күҙәтә, тупланған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм дауалау процесын үҙгәртеү өсөн ҡулланыла. Унда медициналағы һуңғы ҡаҙаныштар – төрлө аппарат һәм программа технологиялары файҙаланылған, – ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
Автор:
Читайте нас