

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, Шишмә үҙәк район дауаханаһына эндоскопик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн видеогастроскоп һәм видеоколоноскоп алынды. Гастроскопия һәм колоноскопия– медицина тикшеренеүҙәренең заманса алымдары, табипҡа пациенттың аҙыҡ һеңдереү системаһы ағзаларын реаль ваҡытта күрергә ярҙам итә. Видеоколоноскоптың төп өҫтөнлөгө ашҡаҙан-эсәк юлының түбәнге бүлектәрен тикшереүҙең юғары сифатлы булыуында. Видеогастроскоптың өҫтөнлөгө лайлалы тиресә өҫтөндәге капиллярҙарҙың һәм башҡа структураларҙың фото һәм видеофиксация ярҙамында асыҡ күренеүендә. Хәҙер табипҡа патологиялы урындарҙы асыҡлау еңелләшәсәк.
– Яңы ҡорамал ашҡаҙан-эсәк юлының төрлө патологияларын – гастрит, сей яра, полип, онкология сирҙәрен – диагнозларға ярҙам итә, табиптар теүәлерәк һөҙөмтә ала һәм пациентҡа ваҡытында дауа билдәләү мөмкинлеген бирә, – тине дауахана эндоскописы Гөлназ Шуварова.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул уҡ пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көнүҙәк бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите