Һаулыҡ һаҡлау
4 Июль 2023, 04:40

Республика халҡы хәҙер, психологик ярҙам һорап, поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, мотлаҡ медицина страховкаһы аша, психологик ярҙам һорап, йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала.

Республика халҡы хәҙер, психологик ярҙам һорап, поликлиникаға мөрәжәғәт итә алаРеспублика халҡы хәҙер, психологик ярҙам һорап, поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала
Республика халҡы хәҙер, психологик ярҙам һорап, поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала

Был психиатрия ярҙамы күрһәтеүҙең яңы тәртибен индереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Уның өҫтөндә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшләй. Психологка поликлиника регистратураһы аша яҙылырға мөмкин.

        Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында ла психологик ярҙам алыуҙары мөмкин. Медицина психологтары тағы ла Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия  үҙәгендә киҫкен осраҡтарҙа тәүлек әйләнәһендә  8 (347) 241-62-85 ышаныс телефоны аша ашығыс психологик ярҙам күрһәтә һәм психологик яҡтан булышлыҡ итә ала.

      Медицина-психологик ярҙам кабинеттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сәхифәһендә танышырға була.

      

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас