

Пандемия тамамланғандан һуң Башҡортостанда ковид-госпиталдәр күп профилле эш форматына күсерелде.
Урал аръяғы” клиник-диагностика инфекция үҙәгендә әле 136 койка, Туймазыла – 160, Зубовола –190, Стәрлетамаҡта 130 койка булдырылған. Был дауаханаларҙа ковидтан ғына түгел, башҡа йоғошло сирҙәрҙән дә – бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктән, киҫкен вируслы инфекциянан, эсәк инфекцияһынан, гепатиттан дауалайҙар. Пневмония менән ауырыусылар өсөн хирургия, кардиология, неврология йүнәлешендәге палаталар ҙа бар. Шулай уҡ балалар өсөн айырым палаталар булдырылған.
Пациенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған дауаханалар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә үҙ өлөшөн индерә.