Һаулыҡ һаҡлау
14 Июль 2023, 02:10

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы

Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә табиптар урындарға сығып, халыҡтың сәләмәтлеген тикшерә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы
«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы

 

Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә табиптар урындарға сығып, халыҡтың сәләмәтлеген тикшерә. Июль айында сәләмәтлек поезының Баймаҡ, Йылайыр, Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Краснокама һәм башҡа райондарына сығыуы планлаштырылған.

Был акция сиктәрендә сәләмәтлек поезы составында килгән республика клиникаһы табиптары халыҡты бушлай тикшерә. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй - ҡабул итеү сират буйынса. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы алығыҙ.

Урындарға сығып, халоыҡ сәләмәтлеген тикшереү "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Бөтә маршруттарҙы Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин https://vk.cc/cp95h8

ФОТО: bash.news

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас