

Район үҙәк дауаханаһында Niva Travel машиналары асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Рәсәйҙә етештерелгән заманса йыһазландырылған был автомобилдәр Йәнгел, Ташбулат табип амбулаторияларына һәм Сиҙәм участка дауаханаһына оҙатылды, икәүһе Асҡар үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы ҡарамағына тапшырылды.
Автомобилдәр «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса «Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» Федераль проекты сиктәрендә алынған.
— Водителдәребеҙгә тигеҙ юлдар, яңы машиналар руле артында яҡшы һәм һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләйем. Һеҙгә хәйерле юлдар, — тип изге теләктәрен юллап һәм асҡыстарҙы тапшырҙы район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.