Һаулыҡ һаҡлау
24 Август 2023, 03:15

Премиялар 50 мең һумға тиклем арттырыла

      Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республиканың иң яҡшы табиптарына бер тапҡыр бирелә торған премияларҙы 20 меңдән 50 мең һумғаса арттырырға тәҡдим итә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Премиялар 50 мең һумға тиклем арттырылаПремиялар 50 мең һумға тиклем арттырыла
Премиялар 50 мең һумға тиклем арттырыла

     Республика Хөкүмәтенең иң яҡшы медиктарҙы бер тапҡыр дәртләндереү тураһындағы ҡарары 2010 йылда ҡабул ителгәйне. Премияға «Йылдың иң яҡшы табибы» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеүселәр номинациялар буйынса дәғүә итә ала. Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығыш яһай. Премиялар республика бюджетынан финанслана.
      Әйткәндәй , быйыл марттан алып Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр раҫланды. 4,5 меңдән 14,5 мең һумға тиклемге күләмдәге «махсус социаль түләүҙәр» ай һайын бирелә. Өҫтәмәне һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы хеҙмәткәрҙәре, йәғни пациенттар менән туранан-тура эшләгәндәр һәм уларға ярҙам иткәндәр, шулай уҡ табип-психиатрҙар, фтизиатрҙар, шәфҡәт туташтары һәм башҡалар ала башлаған. 14,5 мең һумлыҡ максималь өҫтәмәне табиптар ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас