+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2023, 11:10

Инвалид балалар мәнфәғәтендә

Ауыр сирле балалар  самолётта бушлай юл йөрөү хоҡҡуғына эйә буласаҡ.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Инвалид балалар мәнфәғәтендә
Инвалид балалар мәнфәғәтендә

Быға тиклем дауаланыу урынына һәм ҡайтыр яҡҡа арҡа мейеһе сире менән яфаланған йәки арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән инвалид балалар, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йәки тимер юл бәйләнеше булмаған биләмәләрҙә йәшәгән инвалид балалар ғына самолетта бушлай оса ала ине.

2023 йылдың башынан (https://vk.cc/cr1GPH) дауалау урынына авиация транспортында бушлай барып ҡайтыу шулай уҡ:

🔹 яман шешкә ҡаршы һәм иммунитетты күтәреүсе терапия алған онкологик, гематологик һәм иммунологик сирле инвалид балаларға;
🔹 гемодиализдағы хроник бөйөр етешмәүсәнлеге менән сирләгән инвалид балаларға;
🔹 шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүсе кешеләргә ошо мөмкинлектән файҙаланырға рөхсәт ителә.

Ташлама алыу өсөн мотлаҡ шарт - тимер юл транспортында дауаланыу урынына тиклем юлда үткән ваҡыт 12 сәғәттән йәки юл оҙонлоғо 1 мең саҡрымдан ашыу булырға тейеш.

Башҡортостанда балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн Өфө - Мәскәү - Өфө һәм Өфө - Санкт-Петербург - Өфө маршруттары асыҡ.

Бушлай юл йөрөү документын юллау өсөн Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә https://vk.cc/cr1KIO һәм хеҙмәт күрһәтеүгә ғариза, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бирелгән дауалауға йүнәлтмә һәм Талон 2 тапшырырға кәрәк.

Был яңылыҡ "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: