Асҡар үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ике “УЗИ-Электрон” ультратауыш аппараты алынды. Ике ай эсендә 160-тан ашыу тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән, ике онкология осрағы асыҡланған.
Ультратауыш диагностикаһы донъяла утыҙ йылдан ашыу файҙаланыла. Ошо осор эсендә ул ҙур аҙым менән алға китте. Яҡшы сифатлы визуализация, һүрәтте эшкәртеүҙең алдынғы технологиялары ҡорамалды төрлө өлкәлә ҡулланырға ярҙам итә. Акушерлыҡ, гинекология, урология, эхокардиография, онкология, маммология өлкәләрендә ул уңышлы файҙаланыла.
–Яңы ультратауыш аппараттары аныҡ, юғары сифатлы һүрәттәр бирә. Функциялары киң булыуы диагностик тикшереү барышында бәләкәй генә патологик үҙгәрештәрҙе танырға мөмкинлек бирә, – тип фекере менән уртаҡлашты ультратауыш диагностикаһы табибы Лиана Хәлилова.