+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентябрь 2023, 16:05

Ҡыйыу аҙымдар, яңы сиселештәр көтөлә

Башҡортостан Рәсәйҙә йөрәк трансплантологияһы йүнәлешендә эшләгән алдынғы биш төбәк исемлегендә.    

Мәскәүҙә  кардиологтарҙың Рәсәй кардиология берләшмәһенең 60 йыллығына арналған  XXX Рәсәй милли конгресы үтте. Был - һаулыҡ өлкәһендәге ҙур әһәмиәткә эйә сара. Илдә бөтә үлем осраҡтарының ҙур өлөшө йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына тура килеүе йәмәғәтселектә борсолоу тыуҙырмай ҡалмай. Шуға бәйле, медицина тармағы алдында торған бурыстар яңы сиселештәр, ҙур финанс һалыуҙары талап итә.

Башҡортостанда граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, сәләмәтлеген, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты мөһим тармаҡты камиллаштырыуҙа, яңы технологиялар менән ҡоралландырыуҙа тағы бер этәргес булыр тип көтөлә. Тап ошо маҡсатта баш ҡалала 2019 йылда төҙөлә башлаған республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусына өмөт ҙур. Объекттың 90 процентҡа әҙер булыуы билдәле, ҡышҡыһын инженер селтәрҙәрен һалыу, биҙәкләү, биләмәне төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Корпуста операция яһау бүлмәләренең генә тиҫтәгә етеүе кардиология үҙәгенең юғары технологик кимәле артасағына, яңы ҡатмарлы, үҙенсәлекле операциялар һәм заманса технологияларҙың юл ярасағына ҙур ышаныс тыуҙыра. Яңы корпустың проект ҡеүәте – тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 130 койкалыҡ стационар. Райондарҙан килгән пациенттар ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙе амбулатор рәүештә үтә алһын өсөн шарттар булдырыласаҡ.

“Беҙ был объекттың әҙер булыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, ул Рәсәйҙә иң ҡеүәтле заманса үҙәктәрҙең береһе һаналасаҡ”, – тип белдергән һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың фекерен хупларға ғына ҡала. Бында йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса үҙенсәлекле, үтә ҡатмарлы әмәлиәттәр үткәреләсәге лә сер түгел. Йөҙәрләгән, меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ объект киләһе йылдың яҙ айҙарында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башҡортостандың Рәсәйҙә йөрәк трансплантологияһы йүнәлешендә эшләгән алдынғы биш төбәк исемлегенә инеүе генә лә бында юғары квалификациялы, алтын ҡуллы, алдынғы технологияларҙы ҡыйыу үҙләштереүсе кардиологтар эшләүен иҫбатлай. Былтыр республиканың һәм илдең танылған, һәләтле табиптарының мөһим тармаҡты артабан үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында өсөнсө Евразия конгресына тап Өфөгә йыйылыуы юҡҡа булманы. Әлбиттә, республикала өр-яңы эште икеләнеүҙәр аша ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек менән башлаған, трансплантологияла тәүге аҙымдарын яһаған белгестәрҙең эш тәжрибәһе менән танышыу киләсәккә яҡты өмөттәр уята.

Хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк етешмәүсәнлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһының бынан ун йыл элек 52 йәшлек иргә яһалыуы билдәле. Табиптарҙың әйтеүенсә, йөрәкте күсереп ултыртыуға мохтаж ауырыуҙар күп. Республикала ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән.

Рәсәй белгестәре күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан – инновациялар индерелгән, әүҙем, ижади кешеләр эшләгән, яңы проекттар тормошҡа ашырылған даими үҫешеүсе төбәк. Белгестәр коронавирус инфекцияһының йөрәк-ҡан тамырҙарына емерткес тәьҫирен өйрәнә, фекер алыша. Кардиологтарҙың әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы йөрәк сирҙәрен киҫкенләштерҙе, миокард инфаркты, инсульт һәм тромбоз кеүек хәүефле ауырыуҙарға килтерҙе. Тимәк, табиптар алдындағы бурыстар һис кәмемәй, ә заман һынауҙарын үтеү, хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү, үлем осраҡтарын кәметеү, яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштереү өсөн яңы шарттар, уңайлыҡтар булдырыу мөһим. Кардиология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлөүе, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы һәм төплө йәш кадрҙар менән даими тулыланыуы халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа, йәшәүгә өмөт тыуҙырыуҙа йәнә бер аҙым булыуы бәхәсһеҙ.

Лицензияларҙың берҙәм реестрында кардиология буйынса медицина хеҙмәте күрһәтеүсе 357 учреждениеның теркәлеүе лә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренә иғтибарҙың артыуын һөйләй. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда телемедицина технологияларын үҫтереү буйынса үҫеш һиҙелеүе лә һөйөндөрә. Мәҫәлән, 2019 йылда бары 12,6 меңдән ашыу телемедицина консультацияһы үткәрелһә, хәҙер уларҙың һаны 93 меңдән ашты. Медицина күгендә балҡыған “йондоҙҙарҙан” оҫталыҡ дәрестәре алыу, тәжрибә уртаҡлашыу яңы мәғлүмәттәргә эйә булыуҙан, ауырыуҙарға оператив ярҙам күрһәтеүҙән тыш, ғөмүмән, кардиологияла беҙ күҙ алдына ла килтермәгән ҡыйыу аҙымдар яһарға ярҙам итәсәк.

Автор:
Читайте нас: