-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Сентябрь 2023, 11:50

Йәш табиптарға - өс миллион һум!

Ауыл еренә эшкә килгән белгестәргә ҙур ярҙам буласаҡ.

Быйыл Башҡортостанда “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн” тип аталған яңы программа эшләй башланы. Уға ярашлы, йәш табиптар диплом алғандан һуң халҡы 25 меңдән дә ашмаған ауыл ерҙәрендә эшкә урынлашҡан осраҡта  ошо суммаға иҫәп тота ала. Республикала был критерийға 24 үҙәк район дауаханаһы тап килә.

Программала  белемде  маҡсатлы йүнәлеш буйынса  алмаған терапевтар, педиатрҙар, дөйөм практика табиптары ҡатнаша ала.Түләүгә килешеү төҙөгән табип һайлап алған вазифаһы буйынса килешеү төҙөлгән ваҡыттан алып биш йыл дауамында өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. Өс миллион һумды бер юлы бирмәйәсәктәр, ә өс йыл дауамында берәр миллионлап түләйәсәктәр. Быйыл түләүҙәрҙе илле йәш белгестең алыуы мөмкин, улар өсөн бюджетҡа 150 миллион һум аҡса һалынған. Программа башҡа ике программаны – “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры”н – тулыландырасаҡ.

Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: