БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса бөгөн республиканың белем биреү учреждениеларында табип-педиатрҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн – 1136 медицина кабинеты, 128 медицина блогы һәм 236 стоматология кабинеты булдырылған. Мәктәп медицинаһы системаһында 126 табип һәм 496 шәфҡәт туташы эшләй. Шул уҡ ваҡытта белем биреү учреждениеларын табиптар менән тәьмин итеү 67,7 процент тәшкил итә. Мәктәптәрҙә 50 тирәһе табип-педиатр һәм 100-ҙән ашыу шәфҡәт туташы етмәй.
«Бына нимә өҫтөндә эшләргә тейеш Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, — тине төбәк етәксеһе. — Беҙҙә дөйөм алғанда табиптар бөтә ерҙә лә етмәй. Беҙ йыл һайын мәктәптәрҙә яңы стоматология кабинеттары асабыҙ, булғанын ремонтлайбыҙ, ҡыйбатлы сит ил техникаһы менән тәьмин итәбеҙ. Улар барыһы ла табиптар менән тәьмин ителергә һәм буш тормаҫҡа тейеш».