+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Декабрь 2023, 10:10

Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары яңыртыла

2024 йылда Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бюджетта 500  миллион һум ҡаралған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары яңыртыла
Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары яңыртыла

2024 йылда Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса күләмле программаны тормошҡа ашырыу өсөн бюджетта 500 миллион һум ҡаралған. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонт башларға ниәтләгән биналар исемлеген билдәләне. Улар иҫәбендә – Кувыкин урамындағы 2-се балалар поликлиникаһы корпусы. Был программа бөтәһе 118 медицина учреждениеһына ҡағыла. Бынан тыш, программа сиктәрендә 700-ҙән ашыу берәмек яңы ҡорамал һатып алырға ниәтләйҙәр.

Өфө поликлиникаларын ремонтлауға һәм яңыртыуға йүнәлтергә ниәтләгән дөйөм сумма һигеҙ миллиард һум тәшкил итәсәк. 2025 йылдан ошо маҡсатҡа йылына 1,5 миллиард һум бүлеү күҙаллана.

Автор:
Читайте нас: