+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2023, 12:30

Беҙҙең курорт – иң яҡшыһы!

“Яҡтыкүл” тау саңғыһы курорты “Russian Event Awards” халыҡ-ара премияһы лауреаты булды.

Беҙҙең курорт – иң яҡшыһы!
Беҙҙең курорт – иң яҡшыһы!

“Яҡтыкүл” тау саңғыһы курорты “Russian Event Awards” халыҡ-ара премияһы лауреаты булды.

Түбәнге Новгород ҡалаһында туризм өлкәһе буйынса халыҡ-ара финалы – “Russian Event Awards-2023” – үткәрелде. Унда ҡатнашыу өсөн  Рәсәй Федерацияһының 67 төбәгенән 644 һәм Беларусь Республикаһынан ете проект тәҡдим ителгән.

“Яҡтыкүл” курорты “Туристик сараны үткәреү өсөн спорт инфраструктураһының иң яҡшы проекты” номинацияһында еңеүсе тип табылған. Тағы илдең төрлө төбәктәренән тау индустрияһына ҡараған 340 вәкиле араһынан “Яҡтыкүл” курорты ышаныслы рәүештә лидер тип табылған һәм “Волга буйы федераль округының Рәсәйҙәге иң яҡшы тау саңғыһы курорты” наградаһына лайыҡ булған. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Был милли проект Рәсәй төбәктәре буйынса сәйәхәтте уңайлы, хәүефһеҙ һәм мауыҡтырғыс итеүҙә ҙур роль уйнай. Шулай итеп, туристар уңайлы ял итеү мөмкинлегенә эйә була, ә ойоштороусылар дәүләттән ярҙам ала.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас: