+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2023, 12:10

Хирургтар өсөн ҙур ярҙамсы

Лапароскопия ярҙамында, бәләкәй генә тишемдәр аша ҡорһаҡ ҡыуышлығына инеп, тейешле әмәлиәттәрҙе башҡарып була.

Хирургтар өсөн ҙур ярҙамсы
Хирургтар өсөн ҙур ярҙамсы

Саҡмағош үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы,  “Элепс” медицина терәк таяуы алынды. Ул лапароскопия операциялары үткәреүҙә ҡулланылған медицина техникаһы өсөн тейешле инструменттар йыйылмаһы менән тәьмин ителгән. Лапароскопия  – заманса һәм аҙ тишемле хирургия ысулы, уның ярҙамында бәләкәй генә тишемдәр аша ҡорһаҡ ҡыуышлығына инеп, тейешле әмәлиәттәрҙе башҡарып була. Бөтә донъяла был ысул хирургтар тарафынан  киң ҡулланыла.

 Лапароскопия йәрәхәттәр ҡалдырмай тиерлек, дөйөм наркоз аҫтында яһала. Әмәлиәт оҙайлығы аныҡ диагнозға, процедура ҡатмарлығына, физиологик үҙенсәлектәргә бәйле.

–Яңы ҡорамал операция бүлмәһендә хирургтың мобиль хәрәкәтләнеүенә ярҙам итә, эште уңайлаштыра, табипҡа аппарат һәм пациент араһында  хәрәкәтләнеү еңелләшә, был хирург өсөн бик мөһим, – тине Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: