+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Февраль , 19:00

Өфөлә аритмия менән сирләгән пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн препарат әҙерләйҙәр

Лабораторияларҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Химия институты ғалимдары антиаритмика тигән препарат өҫтөндә эшләй. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә аритмия менән сирләгән пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн препарат әҙерләйҙәр
Өфөлә аритмия менән сирләгән пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн препарат әҙерләйҙәр

Лабораторияларҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Химия институты ғалимдары антиаритмика тигән препарат өҫтөндә эшләй.

Хәҙер аритмия менән бәйле йөрәк ауырыуҙарын дауалау өсөн «Аллапинин» препараты киң ҡулланыла, ул да – Башҡортостан ғалимдарының эш һөҙөмтәһе. Ләкин был таблетканы һыу менән эсергә һәм дарыуҙың тәьҫирен көтөргә кәрәк. Яңы препарат иһә ашығыс осраҡтарҙа, мәҫәлән, операция бүлмәһендә ярҙам итергә тейеш.

«Мәҫәлән, операция ваҡытында кешелә аритмия башланһа, шунда уҡ уның хәлен еңеләйтергә кәрәк. Беҙҙә антиаритмиканың яңы, һыуҙа ирей торған формаһы уйлап табылған, ул хәҙер клиник һынауҙар үтә. Аҙ ғына миҡдарҙа эскәндә лә тәьҫире көслө. Беҙҙең академик Марат Юнысов эшләнмәһе»,- тип хәбәр итте институт директоры Сергей Хурсан «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-02/v-ufe-razrabatyvayut-preparat-kotoryy-spaset-zhizni-patsientov-s-aritmiey-3627851

Автор:
Читайте нас: