+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Февраль , 15:50

Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ

122-2 номеры буйынса шылтыратһағыҙ, документығыҙҙы әҙерләгеҙ.

Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ
Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ

14 февралдән берҙәм төбәк хеҙмәте — табипҡа яҙылыу өсөн 122-2 номеры буйынса кол-үҙәк абоненттарҙан шәхси иҫәптең страховка номерын (СНИЛС) һорай. Был шәхесте раҫлау өсөн кәрәк, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Һанлы үҫеш министрлығында.

«Шылтыратыуға робот яуап бирә. СНИЛС буйынса идентификация табипҡа яҙылғанда хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә», — тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Берҙәм кол-үҙәктең 2-се роботлаштырылған линияһы ярҙамында табипҡа яҙылырға, өйгә табип ярҙамы саҡыртырға, вакцина яһатыу көнөн һайларға мөмкин.

"Башинформ".

Автор:
Читайте нас: