Рауил Мәғруф улы үҙәк дауахана активы менән осрашты һәм профсоюз ойошмаһының эше, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, 2023 йыл буйынса йомғаҡ яһаны.
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы өс кимәлдән тора: ил, төбәк һәм урындарҙағы беренсел ойошмалар. Башҡортостан ойошмаһы сафына медицина өлкәһендә эшләүселәрҙең 78,5 проценты йәлеп ителгән, йәғни 63 мең хеҙмәткәр, 14 меңдән ашыу студент һәм 14 мең ветеран иҫәпләнә. Был күрһәткес профсоюздың ҡеүәтле булыуына ишара. Республикала 159 беренсел ойошма иҫәпләнһә, шуларҙың берәүһе Асҡар үҙәк район дауаханаһына ҡарай.
Рауил Халфин сығышында проф-союзда ағза булып тороуҙың иҡтисади, социаль, юридик, медицина, ижтимағи өҫтөнлөктәренә туҡталды.
Иҡтисади һорауҙар буйынса, мәҫәлән, 2023 йылда профсоюз ағзалары күрһәтелгән юридик хеҙмәттәрҙә генә 6107 мең һум аҡсаһын экономиялаған. Мөрәжәғәттәр буйынса 4310 мең һум эш хаҡы ҡайтанан иҫәпләнгән. Медицина хеҙмәткәрҙәренә дөйөм алғанда 17200 мең һум күләмендә тейешле страховка түләмдәре түләттерелгән, суд ҡарарҙары нигеҙендә Пенсия фонды 12420 мең һум аҡсаны кире ҡайтарған. Пациенттарҙың дәғүәләре буйынса судтарҙа медойош-малар 12350 мең һум аҡсаһын һаҡлап ҡалған.
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюзы ойошма ағзаларының сәлә-мәтлеге, ялы хаҡында ла ҡайғырта. Былтыр 1611 кеше ойошманың турагент-лығы хеҙмәттәре менән файҙаланған. Был улар файҙаһына 6034 мең һумға отошло булған. Профсоюз сафындағылар республика шифаханаларында ял итеүгә 22 процент ташлама менән файҙалана. Шул иҫәптән «Яҡты-Күл», «Березки» шифахана-ял йорттары ла медицина өлкәһендә эшләүселәр өсөн ташламалы хеҙмәттәр күрһәтә, тип билдәләне Рауил Мәғрүф улы. Республика профсоюз ойошмаһы аквапарктар менән дә хеҙмәттәшлек итә. Йәғни профсоюз ағзалары бөтә ғаилә менән 45 процентҡа тиклемге ташлама менән һыу процеду-ралары алыу мөмкинлегенә эйә. Әйткән-дәй, әбйәлилдәрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп Магнитогорск аквапаркы менән килешеү булдырылған. 2023 йылда республикала 10187 кеше ошо уңайлы мөмкинлек менән файҙаланған, дөйөм файҙа 11935 мең һум тәшкил иткән.
Гарантиялар һәм социаль яҡлау бу-йынса 14 меңдән ашыу тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең төрлө һорауҙары буйынса консультациялар бирелгән. 5124 мөрәжәғәт ҡаралған, эш хаҡы һәм хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса 1560 комиссия ултырышы уҙған, хеҙ-мәткәрҙәр мәнфәғәтендә 562 мөрәжәғәт эш биреүселәргә йүнәлтелгән, эш биреүселәрҙең эшмәкәрлеге һәм хеҙмәт ҡанундарын күҙәтеү буйынса байтаҡ тикшереүҙәр башҡарылған, медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡи грамота-лылығын арттырыу буйынса дәрестәр үткәрелгән.
Уҙған йыл дауамында 10339 хеҙмәткәргә профсоюз аша матди ярҙам күрһәтелгән. Уның күләме 38,7 миллион һумға барып баҫҡан. Шул иҫәптән 965 мең һумды реском янғындан зыян күреүсе 24 кешегә биргән. 3 миллион һумдан ашыу ярҙам МХО-ла ҡатна-шыусыларға йүнәлтелгән. Тармаҡ хеҙмәт-кәрҙәре балаларының ялын ойоштороуға беренсел профсоюз ойошмаларына 1400 сертификат тапшырылған. Йәйге лагер-ҙәргә путевкаға ташлама 2500 һум тәшкил иткән.
Хеҙмәт шарттарын ҡулайлаштырыу юҫығында ла бер нисә профсоюз про-граммаһы эшләй. Медицина хеҙмәт-кәрҙәрен бәхетһеҙ осраҡтарҙан страхов- калау, профессиональ хәүефтәрҙән һәм һөнәри яныуҙан һаҡлау буйынса кү-релгән саралар тураһында ла яҡшылап аңлатты сығыш яһаусы.
Профсоюздың йәштәрҙе дәртләнде-реү, йәш лидерҙарға гранттар биреү, эшлекле форматтағы саралар, спорт ярыштары уҙғарыу йүнәлештәрендәге эштәре тураһындағы отчет слайдтарҙа фотолар менән дәлилләнде.
Р. М. Халфин Әбйәлилгә лә буш ҡул менән килмәгәйне. Поликлиниканың яңы көнкүреш бүлмәһенә инселәп термопот һәм микротулҡынлы мейес тапшырҙы. Ә иң тулҡынландырғысы медицина өлкә-һендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙең профсоюз ойошмаһының наградаларын — Почет грамотаһын һәм Рәхмәт хатын алыуы булды. Бына улар: Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Наталья Гәрәева, хирургия бү-лексәһе шәфҡәт туташы Лилиә Фәй-зуллина, прививка яһау кабинеты шәфҡәт туташы Айгөл Сабитова, яраларҙы бәйләү кабинеты шәфҡәт туташы Зилә Батталова, граждандар оборонаһы начальнигы Гәүһәр Рәхмәтова, Таштимер табип амбулаторияһы стоматологы Шамил Йәрмөхәмәтов, шәфҡәт туташы Алһыу Йәрмөхәмәтова. Әлмира Ғилманова иһә «Һөнәри оҫталыҡ һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Профсоюздың теләктәшлек ярҙамы тип аталған изге бер эше бар. Ул — янғын-дан зыян күреүсе профсоюз ағзаларына матди ярҙам. Профсоюз рәйесе башҡаса бәлә-ҡазалар күрергә яҙмаһын тигән теләктә табип-анестезиолог Юлиә Мөхә-мәтдиноваға, йыйыштырыусылар Люциә Махийәноваға һәм Фәнилә Махийәно-ваға аҡсалата ярҙам тапшырҙы.
Әбйәлилгә эш сәфәре һәм респуб-лика профсоюз комитетының «Тиҙ яр-ҙам»ға профсоюз контроле» акцияһы сиктәрендә Р. М. Халфин «Ашығыс ярҙам» бүлексәһендә лә булды, дежур хеҙмәт-кәрҙәр менән аралашты. Яҡын киләсәктә уларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда өҫтәмә түләмдәрҙә булған айырманы бөтөрөү буйынса һорауҙар хәл ителәсәк. Шулай уҡ кадрҙар, автопаркты яңыртыу буйынса мәсьәләләре лә ҡараласаҡ.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.