+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Март , 06:30

Ғүмер оҙайлылығы артты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала һуңғы биш йылда 10 меңдән ашыу медицина ҡорамалы алынған #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ғүмер оҙайлылығы артты
Ғүмер оҙайлылығы артты

Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала һуңғы биш йылда 10 меңдән ашыу медицина ҡорамалы алынған.

Ошо ваҡыт эсендә милли проект һөҙөмтәһендә һигеҙ поликлиника, бер район дауаханаһы, ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 37 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Бынан тыш, тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкцияларҙан 353 ауыл һаулыҡ һаҡлау объекттары урынлаштырылды.  

Республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, уҙған йылда республикала көтөлгән ғүмер оҙайлылығы 73,2 йылға еткән. Шулай уҡ сабыйҙар үлеме күрһәткесе һиҙелерлек кәмегән. Юғары күрһәткестәргә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Яңы заманса ҡорамалдар сирҙе ваҡытында диагностикаларға һәм дауалау башларға ярҙам иткән. Был хаҡта

Дауаханалар һәм поликлиникалар автопаркы киңәйгән. Пациенттарҙы дауалау учреждениеларына илтеү һәм табиптарҙы ауырыуҙарға алып барыу өсөн 352 берәмек автомобиль транспорты алынған. Уҙған йылда беҙҙең рпайон өс автомобиль алды.

Автор:
Читайте нас: