+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Март , 18:00

Йөрәк менән шаярмайҙар

Мәктәптең бурыстары - тәжрибә уртаҡлашыу, кардиология өлкәһендә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртә диагностикалауҙың хәҙерге аспекттарын яҡтыртыу, ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреү.

Йөрәк менән шаярмайҙар
Йөрәк менән шаярмайҙар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һәм кардиологтарҙың, терапевтарҙың, дөйөм практика табиптарының квалификацияһын күтәреү сиктәрендә Өфөлә «Юғары йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе таргет төркөмдәренә медицина ярҙамын камиллаштырыу: клиник тәҡдимдәр һәм аныҡ ғәмәлдәр» мәктәбе үтә.

Мәктәптең бурыстары - яңы профессиональ тәжрибә менән уртаҡлашыу, кардиология өлкәһендә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртә диагностикалауҙың хәҙерге аспекттарын яҡтыртыу, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында, кардиология профилендәге ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреү.

Спикерҙар булып Башҡортостандың Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса белгестәр ассоциацияһы рәйесе, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, кардиолог, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, медицина фәндәре докторы, профессор, академик Е.И. Чазов исемендәге Милли медицина кардиология тикшеренеү үҙәгенең фәнни-диспансер бүлеге етәксеһе Фаил Агеев сығыш яһай.

Ғөмүмән, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркт һәм инсультты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа төрлө ҡан тамырҙары сирҙәренән  үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш.

Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото:  avatars.mds.yandex.net

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-16/y-r-k-men-n-shayarmay-ar-3685714

Автор:
Читайте нас: