-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Апрель , 15:40

Наркотиктарға – ЮҠ!

Быларҙы белергә кәрәк! Үҫеп килгән йәш кешегә күп кенә мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Ҡайһы саҡ уларҙы ҡабул итеүгә башҡа кешеләр йоғонто яһай. Ҡағиҙә булараҡ, эргәлә “тормоштан мөмкин булғандың барыһын да алырға” тәҡдим иткән, онотолғоһоҙ тәьҫораттар вәғәҙә иткән “изге күңеллеләр” пәйҙа була. Һин уларҙың наркотиктар “һайланма кешеләр” йәмғиәтенә ылығыуға, модала донъяның бер өлөшө булыуға ярҙам итәсәк тигән һүҙҙәренә ышанаһың икән, тормошоң башланмайынса уҡ тамамлана тигән һүҙ. Наркотик таратыусылар телендә “маймылды тотоу” (“поймать обезьяну”) тигән төшөнсә яңы кешене наркотикка ултыртыу тигәнде аңлата. Тик һин наркотик – ул шприцтар, ампулалар һәм тәү ҡарашҡа имәнес наркодиллерҙар ғына икән тип уйлама. Заманса наркотиктарҙы тәмәке йәки порошок рәүешендә ҡулланып ҡарарға ғына тип дуҫтарығыҙ ҙа тәҡдим итеүҙәре мөмкин. Һуңғы йылдарҙа медицина учреждениеларына тәмәке итеп тартыу ҡатнашмалары һәм башҡа синтетик наркотиктар ҡулланыу арҡаһында ҡатмарлы ағыуланып, хәлдәре бик ауыр булған йәш кешеләр килеүе артыу өҫтөндә. Илдә ошо сәбәптән үлем осраҡтары ла теркәлгән.

Наркотиктарға – ЮҠ!
Наркотиктарға – ЮҠ!

Хатта тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарағандан ғына ла улар үҙәк нервы системаһының бик көслө зарарланыуына, психозға, ауыр депрессияға, тауыш һәм күреү галлюцинацияһына килтерәләр. Ҡулланған кешеләрҙең үҙ-үҙҙәренең йәки башҡаларҙың ғүмеренә ҡул һуҙыуы ла бик ихтимал.

Бер нисә йыл элек ике кешене вәхшиҙәрсә үлтереү осрағы тотош Өфөнө тетрәтте. Хәл былай була. 19 йәшлек колледж студенты “спайс” тәьҫире аҫтында үҙенең 43 йәшлек әсәһенә бысаҡ менән 50 тапҡыр һәм 12 йәшлек ҡустыһына 20 тапҡыр сәнсә.

Башҡортостандың бер нисә ҡала һәм районында йәш кешеләр синтетик наркотиктар ҡулланғандан һуң фатирҙарының балконынан һикергән. Һөҙөмтәлә, бәғзеләре ауыр тән йәрәхәттәре алған, шулай уҡ үлем менән тамамланған осраҡтар ҙа булған.

*Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, тәмәке итеп тартыу ҡатнашмалары (курительные смеси), мефедрон һәм башҡа синтетик психоәүҙем матдәләр Рәсәйҙә әйләнештә тыйылғандар исемлегенә индерелгән!

Һеҙ йыш ҡына НАСВАЙҙы ҡулланырға мөмкинме тигән һорауҙы бирәһегеҙ. Моғайын, уны күргәнегеҙ барҙыр – бәләкәй генә йәшел шарҙар йәки һорғолт-көрәнһыу порошок. Насвай – составына “нас” үҫемлеге, тәмәке, Урта Азия махоркаһы, эзбиз, үҫемлектәр көлө, үҫемлек майы ингән ҡатнашма. Насвай ябай кустар ысул менән генә, йәғни өй шарттарында ғына эшләнгәс, уның составына нимәләр ингәне күҙәтелмәй. Йыш ҡына уның составына дөйә, тауыҡ тиҙәге, елем ҡушыла. Хайуандарҙың ашҡаҙан сей яраһына, эсәк инфекцияларына һәм паразитар ауырыуҙарға, шул иҫәптән вируслы гепатитҡа килтереүсе экскременттарының зыяны тураһында әйтеп тороу кәрәкме икән?

 

Насвайҙы оҙаҡ ваҡыт ҡулланғанда теш ауырыуҙары, яман сирҙәр үҫеү хәүефе юғары. Мәҫәлән, Үзбәкстанда теркәлгән ауыҙ һәм тамаҡ яман шеше менән сирлеләрҙең 78 проценты насвай ҡулланыусылар икән.

Насвай физик сәләмәтлеккә генә хәүефле түгел, ул – психик үҫеште боҙоусы, хәтерҙе юйыусы, даими аптырап ҡалыу һәм тотанаҡһыҙлыҡ барлыҡҡа килтереүсе психотроп матдә.

Һеҙгә наркотик тәҡдим итеүселәр уларҙың законһыҙ әйләнеше өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралғанлығы хаҡында иҫкәртеп тормаясаҡтар. Шуға күрә быны беҙ эшләйбеҙ.

РФ КоАП-ынан һәм Енәйәт Кодексынан өҙөктәр:

РФ КоАП-ының 6.8 статьяһы

Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе һәм уларҙың аналогтарын һатыу ниәтенән тыш законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү өсөн 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу ҡаралған.

РФ КоАП-ының 6.9 статьяһы

Наркотик средстволарҙы йәки психотроп матдәләрҙе табип тәғәйенләүенән тыш ҡулланыу өсөн 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу күҙаллана.

РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се бүлеге

Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе һәм уларҙың аналогтарын һатыу ниәтенән тыш ҙур күләмдә законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү өсөн 500 мең һумға тиклем штраф менән бергә 3 йылдан 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза ҡаралған.

Шул уҡ статьяның 3-сө бүлеге буйынса айырыуса ҙур күләмдә башҡарылған шул уҡ ғәмәлдәр өсөн 500 мең һумға тиклем штраф менән бергә 10 йылдан алып 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

РФ Енәйәт Кодексының 228.1 статьяһы

Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ рәүештә һатҡан өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған.

Наркотиктар таратыу һәм ҡулланыу осраҡтары тураһында БР Прокуратураһы һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының түбәндәге ышаныс телефондары буйынса конфиденциаль рәүештә хәбәр итергә мөмкин: 8 (347) 272-71-42, 8 (347) 279-32-92.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: