-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май , 16:30

Гүзәл зат сәләмәтлеге – именлек һәм бәхет нигеҙе

Үҙәк район дауаханаһында балалар гинекологы барлығы тураһында белә инегеҙме? 2023 йыл аҙағында юғары белемле табип Альбина Динисламова эш башланы.

Гүзәл зат сәләмәтлеге – именлек һәм бәхет нигеҙе
Гүзәл зат сәләмәтлеге – именлек һәм бәхет нигеҙе

Һайлаған һөнәре буйынса уҡыуға ғына Альбина Зиннур ҡыҙы 12 йыл ғүмерен биргән. Ғөмүмән, киләсәк тормошон медицина менән бәйләйәсәген ул бәләкәй сағында уҡ аныҡ белгән. Кеше хәсрәтен йөрәге аша үткәргәндәр генә табип һөнәрен һайлай торғандыр. Изге күңелле кескәй Альбина фалиж һуғыу арҡаһында хәрәкәтһеҙ ултырған өләсәһен: “Үҫкәс табип булам да, һине аяҡҡа баҫтырасаҡмын”, – тип йыуата. Мәктәп тамамлап һөнәр һайлау ваҡыты еткәс тә ул  был ҡарарын үҙгәртмәй. Тик донъяға ҡарашы нығынған ҡыҙ инде үҙен киләсәктә акушер-гинеколог итеп күрә.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ғына беренсе ынтылыштан ишектәрен асмай Байым ауылы ҡыҙына. Юғалып ҡалмай, документтарын Сибай медицина колледжына илтә. Беренсе курсты тамамлағас, берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре көсөндә саҡта тип тағы ла бер тапҡыр БДМУ-ны яулап ҡарай, әммә был юлы ла балдары етмәй. Колледжда дүрт йыл уҡып фельдшер дипломын ала. Диплом яҡлаған ваҡытта бер юлы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеп уларҙы яңынан тапшырырға өлгөрә. Беренсе уңышһыҙлыҡтар ҡыҙҙың табип булыу теләген һүрелтә алмай. Мәктәп биргән белем базаһына колледжда алған һөнәри белеме, ныҡышмалылығы һәм кире сиккеһеҙ ихлас теләге лә ҡушылғас, ниһайәт, медицина университеты студенты булыу хыялына ирешә ул.

Медицина вузында уҡыуы ауыр һәм оҙаҡ булыуы ла уны һис тә ҡурҡытмай. Әйтеүе генә анһат: көндөҙгө бүлектә һигеҙ йыл уҡырға кәрәк! Университетҡа тиклем дүрт йыл колледжда уҡыған Альбинаның осрағында йәмғеһе 12 йыл! Шуға күрә буласаҡ табиптар даирәһендә ғаиләле студенттарҙың күплеге ғәҙәти күренеш кеүек. Альбина Зиннур ҡыҙы ла шәхси тормошон уҡыу менән параллель рәүештә ҡора. Бишенсе курстан һуң мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән класташы, Яңы Балапан ауылы егете Нияз Динисламовҡа кейәүгә сыға.

– Диплом алмайынса ғаилә ҡороу тураһында уйламаясаҡмын тиһәм дә, Нияз өҙмәй-ҡуймай өйләнде. Тормош иптәшем ғаиләле булыу уҡыуыңа кире йоғонто яһамаясаҡ тип әйткән һүҙендә торҙо. Минең дипломлы табип булыуымда уның өлөшө бик ҙур. Бер-бер артлы ике балалы булып киткәс, бер йылға ғына академик отпуск алдым. Артабан ирем эшенән китеп улдарыбыҙ менән өйҙә ултырҙы. Беҙ был аҙым тураһында алдан һөйләшеп кәңәшләшкән инек, студент стипендияһына ғына йәшәп булмауын күҙаллап аҡса ла йыйып һалған инек. Бынан тыш ата-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм  ярҙам итте. Бөтә ғаилә менән тырышып, күмәкләп уҡыуҙы тамамлап ҡуйҙыҡ, – тип һөйләй йәш табип.

Ике йыллыҡ ординатураны Альбина Зиннур ҡыҙы акушер-гинеколог профиле буйынса республика перинаталь үҙәгендә һәм 21-се дауахананың гинекология бүлексәһендә үтә.

– Маҡсатлы квота буйынса уҡығас, районға эшкә ҡайтыуҙы бурысым тип һананым. Йәшерен-батырыны юҡ: бөтә “целевик”тар ҙа улай итмәй. Минең дә Өфөлә ҡалғым килгәйне, унда эшләү өсөн мөмкинлектәр ҙурыраҡ. Әммә үлсәүҙең икенсе яғындағы намыҫым һәм ғаиләм шәхси мәнфәғәттәремдән ауырыраҡ тартты. Йософ менән Искәндәр баш ҡалала саҡта уҡ балалар баҡсаһына йөрөй башлағайнылар. Бында “Сулпылар”ға урынлаштырҙыҡ. Баҡсаның юл ыңғайы булыуы рәхәт – эшкә киткәндә балаларҙы ҡалдырам да, ҡайтҡанда алам. Аталары комбинатҡа эшкә төштө, – тип һүҙҙе дауам итә Альбина Динисламова.

Үҙәк район дауаханаһы маҡсатлы рәүештә уҡытып көтөп алған Альбина Зиннур ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһына ла эләккән. 1,5 миллион һум күләмендәге дәүләт ярҙамына Динисламовтар төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алған. Йәштәрҙең аҡсаны үҙ нигеҙҙәрен ҡороуға тотоноуы ошонда төпләнеп ҡалырға ниәттәре тураһында һөйләй. Бик хуп! Март айынан башлап медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡынан тыш өҫтәмә рәүештә президент түләмдәре лә түләнә башлауына йәш табиптың ҡыуанысы сикһеҙ: “Йәшәүгә лә, ҡуртымдағы фатирға түләүгә лә етә, төҙөлөшкә лә арта”, – ти ул.

Район дауаханаһы тарихында балалар гинекологы быға тиклем булғаны юҡ ине. Ни өсөн кәрәк ул?

– Балалар гинекологы – ул тар профилле белгес. Киләсәктә әсә булыу бәхетенә ирешһен, үҙе артынан сәләмәт нәҫел ҡалдырһын өсөн ҡыҙ бала һаулығы тураһында тыуғанынан алып хәстәрлек күрелергә, енси үҫешендәге  патологиялар, гормональ боҙолоуҙар ваҡытында дауаланылырға тейеш. Шуға күрә беҙҙең кабинет ишеге яңы тыуған сабыйҙарҙан башлап 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Бында беҙ уларҙың сәләмәтлектәге проблемаларының сәбәптәрен асыҡлайбыҙ, дауалайбыҙ, медосмотрҙар уҙғарабыҙ, енси тәрбиә, ҡатын-ҡыҙ физиологияһы үҙенсәлектәре, гигиена, хатта енси бәйләнеш, йоғошло инфекциялар, контрацепция ысулдары тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, консультациялар бирәбеҙ, – ти  А. З. Динисламова.

Яңыраҡ район мәктәптәре буйлап үткәрелгән медосмотрҙарҙа балалар гинекологы ла ҡатнашҡан, үҫмер ҡыҙҙарға кәңәштәрен биргән. Күп ҡыҙҙарҙы борсоған дөйөм мәсьәлә – күрем циклының боҙолоуы һәм уның төп сәбәбе төрлө юҫыҡтағы стрестар, тип билдәләй табип. Гинеколог Альбина Динисламова шулай уҡ өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла диспансеризация үтергә килергә, һаулыҡтарына битараф булмаҫҡа саҡыра. Әлеге ваҡытта үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында 18-ҙән 49 йәшкә тиклемге гүзәл заттарҙы диспансерлаштырыу башҡарыла: уның сиктәрендә ғәҙәти гинекологик ҡарауҙарҙан башлап лаборатор анализдарға тиклем тикшереүҙәр ҡаралған. Һәм был лаборатор диагностикалау халыҡты диспансерлаштырыу программаһы буйынса бушлай эшләнә. Һөт биҙҙәренә һәм кесе таз органдарына өҫтәмә рәүештә тикшереү үткәреү кәрәк булған осраҡта табиптар пациенттарға УЗИ-ға  йүнәлтмә лә бирә.

“Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге – именлек һәм бәхет нигеҙе”, – ти гүзәл заттарҙың һаулығы һағында эшләүсе Альбина Зиннур ҡыҙы. Дәртләнеп яңы эш башлаған табипҡа беҙ ҙә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! 

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: