-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июнь , 10:30

"Инсульт практикумы" үткән

Июнь башында Ҡазан ҡалаһында "Инсульт практикумы" семинар-кәңәшмәһе үткән.

"Инсульт практикумы" үткән
"Инсульт практикумы" үткән

Июнь башында Ҡазан ҡалаһында "Инсульт практикумы" семинар - кәңәшмәһе үткән. Кәңәшмәлә, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-неврологы Н.А.Шамалов һәм Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгесе, ангионевролог Д.Р. Хәсәнова ҡатнашҡан, инсульт ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең көнүҙәк проблемалары тикшерелгән.

Волга буйы федераль округына ингән биләмәләрҙең бөтә төп штаттан тыш белгестәре сығыш яһаған, тәжрибә уртаҡлашҡан.

Шуныһы ҡыуаныслы, айырым маҡсатлы күрһәткестәр буйынса ( мәҫәлән, тромболитик терапия) Волга буйы федераль округы Рәсәйҙә алдынғылыҡты биләп тора. Башҡортостандан доклад менән Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе И.М. Карамова сығыш яһаны.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан һәм учреждение белгестәренең инсультҡа ҡаршы көрәштә тәжрибәһе ҙур.

Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Фото:  бсмп-уфа.рф

Автор:
Читайте нас: