-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июль , 09:50

Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары арта

Ғәмәлдәге «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә компенсация алыу шарттары үҙгәрә. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары арта
Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары арта

Ғәмәлдәге «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә компенсация алыу шарттары үҙгәрә.

Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, хәҙер бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүе тураһында килешеү ғәмәлдә булған ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр эш урынын алмаштырырға – шул уҡ төбәктең икенсе һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына күсергә мөмкин.

Шулай уҡ дәүләт башлығы тәҡдиме менән яңы төбәктәрҙә ошо программаларҙа ҡатнашыусылар өсөн түләү күләме ике тапҡырға арттырылды:

 - табиптар өсөн – 2 миллион һумға тиклем,

– фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн – 1 миллион һумға тиклем.

Был маҡсаттарға 1 миллиард һумдан ашыу ҡаралған, шуның 350 миллиондан ашыуы – ағымдағы йылға.Был яңылыҡтар “Һаулыҡ һаҡлау” милил проекты үтәләшендә лә сағыласаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: