27 августа баш ҡаланың “Өфө-Арена” спорт комплексы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина ойошмаларының баш табиптарына 135 яңы “Лада Гранта” автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. Яңы автомобилдәр 43 ҡала һәм район дауалау учреждениеларына, шул иҫәптә Асҡар үҙәк район дауаханаһына бирелде.
– Быйыл 206 автомобиль тапшырабыҙ. Улар ҡайһы берҙә егермешәр йыл файҙаланылған иҫке техниканы алмаштыра. Был медицина үҫешенә етди этәргес булып тора. Йылдар дауамында автопаркты яңыртыу буйынса планлы эш алып барабыҙ. Яңы машиналар табиптарға пациенттарға, айырыуса барып етеүе ауыр булған райондарҙа йәшәүселәргә, тиҙ арала барып етергә, анализдарҙы алып барып еткерергә һәм кешеләрҙе дауалау учреждениеһына алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Тап ошоно беҙ медицинаны кешеләргә яҡынайтыу тип атайбыҙ ҙа инде, – тине Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә.
Дауалау учреждениеларын яңы машиналар менән тәьмин итеү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был маҡсатта 162,5 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 134 миллионы – федераль бюджеттан. 2021 йылдан былтырға тиклем Башҡортостан медицина учреждениелары 352 автотранспорт сараһы алған. 2024 йылда был һан 206 берәмек тәшкил итә. Ә 2025 йылда 99 еңел машина һатып алыу планлаштырыла.
– Бөгөн һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә медицина учреждениеларына яңы автомобилдәр тапшырабыҙ. Улар медицинаны һәр кемгә мөмкин тиклем яҡынайтыуға булышып, беҙҙең халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Поликлиникаға йәки дауаханаға үҙ аллы барып етеүе ауыр булғандарға ярҙам итеү өсөн, терапевтар һәм педиатрҙар пациенттарының өйҙәренә килә алһын өсөн. Был мөһим эш һәм беҙ уны дауам итәбеҙ – йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 машина көтөлә. Беҙҙең медицина технологик яҡтан тағы ла үҫешкәнерәк, һәм, иң мөһиме, кешеләргә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булһын, – тине тантанала төбәк етәксеһе Р. Ф. Хәбиров.
Машиналар ауыл ерендә, ҡасабаларҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы поликлиникаларға һәм дауаханаларға алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Улар уңайлы булыуҙары менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
– Беҙҙең дауахана өс “Лада Гранта” автомобиле алды. Улар беренсел ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә, күсмә рәүештә медицина тикшереүҙәре үткәреүгә, участка терпевтарының һәм тар профилле белгестәрҙең вызов буйынса пациенттарҙы өйҙә хеҙмәтләндереүен тәьмин итеүгә, дауаханаға биоматериалдар алып килеүгә тәғәйенләнгән.Колегаларым менән асҡыс тапшырыу тантанаһында ҡыуанып ҡатнаштыҡ. Сөнки бындай ваҡиғалар һаулыҡ һаҡлау системаһының сағыу бер бите булып тарихта ҡала һәм артабан үҫешергә этәргес бирә. Республика Хөкүмәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт белдерәм, – тип яҙҙы райондың баш табибы И. Р. Килдейәров “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә.